Өфө Фән һәм технологиялар университеты Евразияның фәнни белем биреү вуз-ара студенттар кампусының тәүге сиратында Технологиялар трансферы үҙәген булдырырға ниәтләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө Фән һәм технологиялар университеты - технологиялар трансферы үҙәген булдырыуға һәм үҫтереүгә Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы конкурсының еңеүселәр рәтенә ингән республикалағы берҙән-бер вуз. “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә Өфө университеты грант алды. Был башланғысты тормошҡа ашырыу компанияның, республика предприятиеларының, Волга буйы төбәгенең һәм тотош илдең технологик һәм бизнес-маҡсаттарын хәл итеүгә мөмкин тиклем күберәк йәш тикшеренеүселәрҙе йәлеп итергә булышлыҡ итәсәк. Технологиялар трансферы үҙәгенең төп бурыстары: студенттарҙың технология эшҡыуарлығы программаларына йәштәрҙе йәлеп итеү буйынса стратегиялар эшләү, селтәр бәйләнеше аша үҙәктең эшмәкәрлеген киңәйтеү, университеттың студенттар стартаптары һәм бәләкәй инновация предприятиелары һанын арттыр