Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге 9-сы ҡала дауаханаһының яңы поликлиникаһы базаһында “Сәләмәтлек сәғәте” рәүешендә күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендә – медик-санитар ярҙамдың тәүге эвеноһын яңыртыу мәсьәләһе. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Өфөләге дауалау учреждениеларының хәҙерге торошо өфөләргә сифатлы медицина хеҙмәттәрен алырға мөмкинлек бирмәй. Республика ауыл һәм бәләкәй ҡалалар инфраструктураһын камиллаштырыуға байтаҡ көс һәм средстволар бүлә. Хәҙер баш ҡаланың медицина учреждениеларын тәртипкә килтерергә кәрәк. – Был тиҙ процесс түгел, әммә Өфө өсөн профилле программа ҡабал итһәк, һаулыҡ һаҡлауҙың ҡала системаһын аҡрынлап яңырта аласаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ошо йылдың 15 авгусына тиклем Өфөнөң тәүге эвеноһын этаплап яңыртыу планын әҙерләргә һәм финанслауҙы тәьмин итергә ҡушты. Яҡынса 2024 йылда был маҡсатҡа 500 миллион һум, ә киләсәктә йыл һайын бер миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Програ