Благовещендағы күпер өсөн тимер-бетон балкалар етештереү заводы илдә шундай йүнәлешле предприятиелар араһында тәүге бишәү иҫәбенә инә. Завод әле йәш, заманса йыһазландырылған һәм өс йылда ул ҡеүәтен үҫтереүгә һәм ассортиментын төрләндереүгә өлгәшкән. Уның продукцияһын республиканан ситтә лә теләп һатып алалар. Предприятиела юл плитәләре, электросеть свайҙары, нигеҙ блоктары, һикәлтә, бордюр, ҡоҙоҡ өсөн түңгәләктәр һәм башҡа бик күп төрлө продукция етештерелә. Завод дәүләттән субсидия ала һәм төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Был үҙ сиратында станоктарҙы, ҡоролмаларҙы яңыртырға һәм сифатлы тауар етештерергә этәргес бирә. Фото: mzbk-rb.ru