Иҫке Күрҙем ауылы мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың бер туған ҡустыһы Мәғдән Ҡасим улын тап итеүебеҙгә ғәжәпләнмәнек. Ағаһының музейын тулыландырыуға ҙур өлөш индергәне, Зинира һеңлеһе тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашыуы, нәҫел шәжәрәһен эшләтеүе билдәле ине. Уның был музейға килеп әйләнмәгән көнө юҡтыр ҙа. Тик Мәғдән Ҡасим улының өлкән улы Зөфәр Атнабаевтың махсус хәрби операцияла һәләк булыу ҡайғыһын кисереүе хаҡында белмәй ҡалғанбыҙ. Бик үкенесле... Ошо уҡ музейҙа тағы бер Атнабаевтың хөрмәтенә иҫтәлекле урын булдырылған. 91 йәшлек олатайҙың 62 йәшлек улы үҙе теләп ут эсенә ингән. Мәғдән Ҡасим улы әйтеүенсә, Өфөнөң Киров районы хәрби комиссариаты улының йәше байтаҡ булыуын иғтибарға алып, уны хеҙмәткә алмаған. Ә ул аптырап тормаған, үҙ һүҙен һүҙ итеп, Гудермес ҡалаһына барып, шунда хәрби әҙерлек үтеп, доброволец булып киткән. “28 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт драма театрында Әнғәм ағайымдың 95 йыллыҡ юбилейына арналған иҫкә алыу кисәһе булды. З