Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һәр нәмәгә сабыйҙарса ҡыуаныуы ла Хәкимсә, тик үҙенсә булды

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин сәнғәт донъяһын, барлыҡ милләттәштәребеҙҙе шаңҡытып, арабыҙҙан китте. Уны белгәндәр социаль селтәрҙә яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. “Ауылда тыуалар, ҡалаға китәләр, дан ҡаҙаналар, ауылға – мәңгелек йорттарына ҡайталар... Йәштәрҙең иртә китеүе үкенесле... Кешеләрҙе яратты, хөрмәт итте, алсаҡ ине. Атлауы ла, кейеме лә, гөрһөлдәтеп, ер һелкетеп көлөүе лә, һәр нәмәгә сабыйҙарса ҡыуаныуы ла Хәкимсә, тик үҙенсә булды. Өфө урамдары буйлап кешеләр даръяһында әллә нисә башҡа бейек булып ҡаршылыҡтарҙы еңеп йөҙөп барған оло карап булды. Зәһәр ҡараштарында бер аҙ һағыш та сағылды. Уҡыған сағында уҡ тура һүҙле ине. Уны әрләп булманы, ә үҙеңде көлдөрҙө. Бер саҡ үҙе уйнаған спектаклендә тамаша залына түгел, ә сәхнә артына ултыртып тамаша ҡаратты... Ни өсөн улай эшләгәнен һуңынан аңланым. Ә минең өсөн Хәким ҡустым һаман да театрына атлап инеп барған, сәхнәһендә уйнап йөрөгән, гөрһөлдәтеп көлгән кеүек... Ышанаһы ла килмәй”, – тип яҙған Ғайса Ишмөхәмәтов. “Хәким кеүек кешеләр беҙҙең донъяны биҙәүсе, уның үҙенә генә хас сифаттар менән уйнаусы, халыҡсан актер ине. Режиссерҙар киң амплуалы, театр өсон йәнен биреүсе кешене юғалтты. Мин уны Алдар батыр һымаҡ күрәм, бәлки, кинофильм төшөрөргә кәрәк булғандыр. Тик ниңәлер ундай күрә белеүсе булманы, йәл. Ә уның уйында, хыялында шундай батырҙар булғандыр. Халыҡ яратты уны, хәтерҙәрҙә ҡаласаҡ Хәким Мортазин! Яҡшы кешеләр иртә китә, улар йондоҙ кеүек балҡып беҙҙең йөрәктәргә яҡты нур һалып китә. Сабырлыҡтар бирһен Хоҙай ғаиләһенә, туғандарына”, – тип уртаҡлашҡан Әнисә Иманғолова. Фото: vk.com