Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Затон биҫтәһендә асылған 9-сы дауахананың ете ҡатлы яңы поликлиникаһын ҡараны. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы төҙөлдө. Төҙөлөш хаҡы ике миллиард һумға яҡын тәшкил итте. Медицина учреждениеһы составына шулай уҡ 6-сы балалар поликлиникаһы филиалы һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы инә. Радий Хәбиров регистратура, участка терапевты, стоматология, операция, ультратауыш, функциональ диагностика, гастроскопия кабинеттары менән танышты. Поликлиника өр-яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бында дарыухана пункты эшләйәсәк, шул иҫәптән льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү ойоштороласаҡ. 9-сы дауахананың баш табибы Марсель Зарипов әйтеүенсә, бина майҙаны элекке поликлиника майҙанынан биш тапҡырға ҙурыраҡ. Бында Ленин районының 41 мең кешеһе хеҙмәтләндереләсәк. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә баш ҡалала тағы бер поликлиниканың эш башлауы айҡанлы һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан: