Учалы районының үҙәк район моделле китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Урын генийы” бөтә Рәсәй проектына ярашлы “Ике сәнғәт оҫтаһы” осрашыуы үтте. Ул Рәсәй рәссамдар союзы һәм Халыҡ-ара һынлы сәнғәт ассоциацияһы ағзаһы Зөфәр Ғизетдиновҡа арналды. Үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ картиналары уға Башҡортостан сиктәрендә лә танылыу яуларға ярҙам иткән. Зөфәр Ғизетдинов сит ил, Рәсәй, республика һәм зона конкурстары ҡатнашыусыһы. “Алтын галерея” конкурсы дипломанты һәм башҡа бик күп һөнәри бәйгеләр еңеүсеһе. Был һоҡланғыс һәм һәләтле кеше менән осрашыуға А.Ғ Хөснөтдинов исемендәге Учалы урта мәктәбе һәм ҡаланың Башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм педагогтары саҡырылған ине. Зөфәр Рауил улы үҙенең биографияһы, уҡыу йылдары, нисек итеп рәссам булып китеүе тураһында һөйләне. Уны тыңлауы бөтәһенә лә бик оҡшаны. Рәссам картиналар яҙыу тарихы, нисек итеп идеялар йөрөтөүе тураһында ла мауыҡтырғыс тарихтар бәйән итте. Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Учалы районы хакимиәте.