Бөгөн иртә менән Матбуғат йорто алдында бик йәнле булды. Бының тос ҡына сәбәбе бар – бар баҫмаларҙы берләштергән “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто матур сара – Матбуғатҡа яҙылыу көнө үткәрҙе. Ул 14 июндә билдәләнгән Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамына арналды. Байрамға республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙың тоғро дуҫтары – уларға даими яҙылып, яратып уҡып барған, үҙҙәре уларға яҙышҡан, милли телдә сыҡҡан баҫмалар яҙмышына битараф булмаған кешеләр йыйылды. Сараға килгән ҡунаҡтар араһында баш ҡала халҡы, ҡунаҡтары, матбуғат ветерандары, билдәле шәхестәр булды. Сара Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Унан һуң Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев барыһын да байрам менән ҡотланы. – Ниһайәт, ковид сикләүҙәренән һуң йышыраҡ осраша башланыҡ. Яңыраҡ ҡына Башҡортостан Башлығы ҡатнашлығында медиайыйын үткәйне, бөгөн йәнә осраштыҡ. Ошондай йылы, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашып булған саралар күберәк булһын. Әле бында матбуғатҡа яҙылыу ойошторолдо. Шулай уҡ “Добрая подписка” акцияһында ҡатнашып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең ғаиләһенә матбуғатҡа яҙылыу бүләк итергә мөмкин, – тине ул. - Радий Фәрит улы журналистарҙың эшен бик юғары баһалай, уларҙың матди яғын да ҡайғырта. Әле мәҫәлән, Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы күләмен арттырырға, журналистар өсөн гранттар булдырырға ҡушты. Максим Ульчев бер аҙ байрамдың тарихына туҡталды һәм киң матбуғат сараларының бөгөнгө әһәмиәте тураһында әйтте. – Беҙҙең хеҙмәт һәр ваҡыт кәрәкле булды. Әлеге ваҡытта мәғлүмәт сығанаҡтары бик күп, шуға күрә баҫмаларға иғтибар өсөн дуҫтарса көрәшеп алырға ла тура килә. Тик беҙҙең ысын дошмандар бар – улар илдә һәм донъяла мәғлүмәт һуғышы алып бара, беҙҙең халыҡты етәкселеккә, бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тырыша. Ошо шарттарҙа матбуғаттың әһәмиәте тағы ла нығыраҡ арта. Беҙ халыҡҡа ысынбарлыҡты күрһәтергә, дөрөҫлөктө аңлатырға тейешбеҙ, – тине ул. Максим Ульчев республиканың алдынғы журналистарына һәм редакциялар хеҙмәткәрҙәренә агентлыҡтың Почет грамоталарын тапшырҙы. Һуңынан Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союздарына яңы ағзалар ҡабул ителде, журналистар конкурстарында еңгән хеҙмәттәштәребеҙ бүләкләнде. Артабан Матбуғат йорто алдындағы майҙанда концерт гөрләне. Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары матур тамаша күрһәтте. Байрамда билдәле артистар һәм эстрада йондоҙҙары: Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Искәндәр Ғәзизов, Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов, "Ауаз" вокаль ансамбле, саксофонсы Евгений Хәлилов, республиканың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов, билдәле әҙиптәр һәм башҡалар сығыш яһаны. Майҙансыҡта китаптар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре эшләне. Йәрминкәлә халыҡ оҫталарының төрлө әйберҙәрен һәм милли стилдәге биҙәүестәрҙе һатып алырға мөмкин ине. Һәр бер баҫма үҙенең продукцияһы менән таныштырҙы, ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ, сәй, тәмлекәстәр менән һыйланы. Байрамдың мөһим өлөшө – матбуғатҡа яҙылыу ине. Концерт ваҡытында кешеләр ташламалы хаҡ буйынса республика гәзит-журналдарына яҙылдылар. “Башҡортостан”, “Республика Башкортостан”, “Кызыл таң”, “Йәшлек”, “Өмет”, “Урал сасси”, “Чолман”, “Ошмес”, “Йәншишмә” гәзиттәре, “Ватандаш”, “Бельские просторы”, “Ағиҙел”, “Рампа. Башҡортостан мәҙәниәте”, “Аманат”, “Аҡбуҙат”, “Шоңҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Толпар”, “Әллүки”, “Һәнәк”, “Башҡортостан уҡытыусыһың”, “Тамаша”, “Сельские узоры” – республика матбуғаты күп милләтле республикабыҙҙағы сағыу тормоштоң бөтә төрлөлөгөн сағылдыра! Был көндә матбуғатҡа яҙылған һәр кем бүләк отоуҙа ҡатнаша алды. Кешеләр ҡолаҡсындар, пауэрбанктар отто. Ә төп приз – велосипед ине. Ул “Тамаша” журналы яҙылыусыһына эләкте. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.