"Бәйләнештә" социаль селтәрендә Әбйәлил районынан Салауат Әминев уҫаҡ ағасының, дөрөҫөрәге ҡабығының файҙаһы тураһында һөйләй. Йәш кенә, баш бармаҡ йыуанлығындағы ҡабығын ваҡ ҡына итеп турап, ҡояш төшмәгән урында киптерергә кәрәк, ти ул. Уның файҙаһы ҙур икән. "Мин табиптар һөйләгәнен яҙып алғанмын, ошо ҡабыҡты киптергәс, дарыуҙы нисек әҙерләргә өйрәтермен әле. Бигерәк тә шәкәр сире менән ауырығандарға килешә ул. Һәр кем һаулығын үҙе ҡайғыртырға тейеш. Йәй буйына дарыуҙар әҙерләйек, бер-беребеҙҙән отоп, ошолай үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәрбиәләйек", - ти ул. Салауат ағай әйтеүенсә, әле ағастар ашҡаяҡланған, йәғни ҡабығы еңел һыҙырыла торған мәл. Уны әҙерләп өлгөрөргә кәрәк. Фото: klike.net