Бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Башҡортостан ихаталары” йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү һәм йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыуға яҡынса йомғаҡ яһалды. – “Башҡортостан ихаталары” программаһының дөйөм бюджеты – 1,272 миллиард һум, был уҙған йылға ҡарағанда 17 процентҡа күберәк. Был республиканың 30 муниципалитетында 206 ихата биләмәһен яңыртырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов. – Был эште 2023 йылдың 30 авгусына тиклем тамамларға планлаштырабыҙ. Июнь башына төҙөкләндереү объекттарының әҙерлеге – 40 процент. Мәҫәлән, Октябрьскийҙа, Туймазыла һәм Дүртөйлөлә ихаталарҙы төҙөкләндереү тамамлана. Шул уҡ ваҡытта Ағиҙелдә, Бәләбәйҙә, Нефтекамала, Дәүләкәндә, Межгорьела, Баҡалы, Шишмә һәм Шаран райондарында планды 30 проценттан аҙыраҡҡа үтәгәндәр. Юрий Палтусов, төҙөлөш-монтажлау эштәренә инициатив төркөмдәрҙең йәмәғәт комиссияһы составында объекттарҙы ҡабул иткә