“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Раушания Фирғәт ҡыҙы Мусина Баймаҡ районының Ҡарамалы ауылында тыуып үҫкән. Фәнисә менән Фирғәт Сәфәрғәлиндәрҙең ишле ғаиләһендә тәүге бала ул. Ауыл мәктәбендә белем алғандан һуң, IX класты Сибайҙағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында тамамлаған һәм артабан ошо уҡ ҡалалағы медицина колледжында уҡыған. Ҡулына диплом алғас, Өфө ҡалаһына эшкә килә. Башта баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһының анестезиология һәм реанимация бүлегендә эшләй. Хеҙмәт менән бер рәттән, тырыш ҡыҙ, квалификацияһын күтәреп, “анестезист” белгеслегенә уҡып сыға. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, баш ҡалаға килеп, етди аҙымдар яһаған, тәүлектәр буйы мөһим эшенән бушамаған Раушания Фирғәт ҡыҙы шәхси тормошонан да уңған. Ике йыл элек яратҡан кешеһе менән ғаилә ҡороп, фатир ҙа һатып алғандар. Сирлеләр яҙмышына, һыҙланыуҙарына битараф ҡала алмаған, барыһын да үҙ йөрәге аша үткәргән шәфҡәт туташы бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы онкологик сирлеләр бүлегенең яман шешкә ҡаршы дауалау терапияһы бүлексәһендә эшләп йөрөй. Раушания Фирғәт ҡыҙына уңыштар теләйек, дуҫтар, уға изге теләктәребеҙҙе юллап, комментарийҙар яҙайыҡ, тауыш бирәйек һәм лайк ҡуяйыҡ. Фотолар: Раушания Мусинаның шәхси архивынан.