13 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин республика халҡын планлы диспансерлаштырыу барышы хаҡында һөйләне. Уны төбәктең 74 дауалау ойошмаһының медицина хеҙмәткәрҙәре үткәрә. 2023 йылда бөтәһе 1,5 миллион самаһы өлкән кешене иҫкәртеү тикшереүҙәренә йәлеп итеү күҙаллана. Июнь башына 700 меңләп кеше йәки йыллыҡ пландың 46 проценты тәрән тикшереү үткән. – Һөҙөмтәләр буйынса 129 меңдән ашыу ауырыу осрағы асыҡланды. Күбеһенсә ул ҡан әйләнеше системаһы һәм тын алыу органдары ауырыуҙары, – тине Айрат Рәхмәтуллин. – 30 меңдән ашыу пациентҡа стационарҙа дауаланырға кәңәш иткәндәр, 548 кеше юғары технологиялы медицина ярҙамын алыу өсөн тикшереүгә ебәрелгән. Шулай уҡ 2022 йылдан республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарында диспансерлаштырыуҙың башланғыс этабын уҙғарыу буйынса пилот проекты индерелде. Ул анкета тултырыу, ҡанда дөйөм холестерин һәм глюкоза кимәлен тикшереүҙе үҙ эсенә ала. Был эштә Башҡо