Өфөнөң йәмәғәт киңлектәрен йәшелләндереү сиктәрендә ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре 1,5 миллион бер йыллыҡ сәскә, шулай уҡ 4 мең роза һәм гортензия ҡыуаҡтарын ултыртырға ниәтләй. План 90 процентҡа үтәлгән. Республика баш ҡалаһы парктарын һәм скверҙарын төҙөкләндереү барышы тураһында аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һөйләне. Башҡортостан Башлығы ҡалала парк хужалығын тәртиптә тотоуҙың юғары стандарттарын билдәләүҙәрен, уларҙы мотлаҡ үтәргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Өфө ошо йәһәттән – бөтә республика өсөн өлгө. Объектив яҡтан иң күп аҡсаны республиканың баш ҡалаһы парктарына бүләбеҙ. Һәм ҡала был биләмәләрҙе өлгөлө тәртиптә тоторға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Үткән аҙнала баш ҡалабыҙға бик күп ҡунаҡтар килде. Һәм уларҙың барыһы ла беҙҙең осрашыуҙарҙа Өфөнөң таҙа һәм матур ҡала булыуын билдәләне. Радий Хәбиров ҡала хакимиәтенә вандализм эҙемтәләрен бөтөрөргә һәм муниципаль мөлкәтте һаҡларға ҡушты. – Эйе, төҙөкләндерелгәндән һуң вандалдар нимәнелер емерә ала. Был етешһеҙлектәрҙе мотлаҡ бөтөрөргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Бында сабырлыҡ күрһәтергә кәрәк. Шулай итеп беҙ әкренләп кешеләрҙе тәрбиәләйбеҙ. Өфөлә бөтәһе – 99 йәмәғәт киңлеге объекты. Улар иҫәбендә – 13 ҙур парк, 44 сквер һәм 37 рекреацион зона. Уларҙы ҡарау өсөн “Горзеленхоз” муниципаль предприятиеһы яуаплы. Ратмир Мәүлиев коммуналь техника һатып алырға ярҙам итеү программаһы өсөн республиканың власть органдарына рәхмәт белдерҙе. Өфө хакимиәте башлығы ҡаланың бәләкәй габаритлы саң һурҙырғыс машиналар һәм тракторҙар һатып алыуҙы дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Фото: letsgophotos.ru