Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тәртип стеланан башлана

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ҡала һәм район сигендә стелаларҙы яңыртыу мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев республикала бөтәһе 252 стела булыуын хәбәр итте. Уларҙың күпселеге – 226-һы – тейешле хәлдә. Бынан тыш, быйыл 11 стела ремонтлана башланы. Эштәрҙе 2023 йылдың 1 авгусына тиклем тамамлау күҙаллана. – Инеү стелаһы – ул һәр ҡаланың һәм райондың визит карточкаһы, – тип билдәләне Алан Марзаев. – Туғыҙ муниципалитетта 15 стела авария хәлендә, улар алмаштырыуҙы талап итә. Ҡорамалдың хаҡы 500 меңдән 3 миллион һумға тиклем. Төбәк етәксеһе район хакимиәттәре башлыҡтарына 2023 йылдың сентябрь уртаһына тиклем стелаларҙы яңыртырға ҡушты. Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы йомғаҡлау күсмә тикшереүҙәрен уҙғарасаҡ. – Был - тәү сиратта муниципалитеттарҙың эше. Мәҫәлән, Бәләбәй районының Приют ҡасабаһындағы стеланы яңыраҡ ҡына ҡуйҙыҡ. Хәҙер ул шундай ҡурҡыныс хәлдә, – тине Радий Хәбиров. – Сентябрь урталарында башлыҡтар стелаларҙы нисек тәртипкә килтереүҙәре тураһында отчет бирһен өсөн ошо мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырбыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.