Башҡортостанда Тимур Сөләймәнов исемле 17 йәшлек студент егетте һаман тапмағандар. Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, ул Балаҡатай районынан, 29 майҙа имтихан тапшырырға тип киткән. Әммә шул көндән алып уны күргән кеше юҡ. Тимур Яңы Балаҡатай ауылындағы СПТУ-ла иретеп йәбештереүсегә уҡып йөрөгән. Үҙе шул уҡ ауылда ағаһы менән йәшәгән. Юғалған көндө ул күрше ауылда йәшәгән өләсәһендә булған. Егет һәйбәт уҡыған, иптәштәре менән һәр саҡ уртаҡ тел тапҡан, низағтарҙа ҡатнашмаған. Уның бер ҡасан да өйөнән ҡасҡаны булмаған. Был хәл буйынса Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин даими рәүештә мәғлүмәт биреп тора. Уның хәбәр итеүенсә, тәүҙә егеттең Силәбе өлкәһендә Үрге Уфалей ҡалаһында булыуы ихтимал тигән мәғлүмәт таралған. Тик ул дөрөҫ булып сыҡмай. Хакимиәт башлығы яҡташтарынан үҫмерҙәргә иғтибарлы булырға, тирә-яҡҡа ҡарап йөрөргә саҡыра. Әлеге ваҡытта егетте ирекмәндәр һәм полиция эҙләй. Уның буйы 155-160 см, ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле. Юғалған көндө һоро шорты һәм асыҡ төҫтә футболка кейгән. Үҙе менән ҡара рюкзак һәм бәйләнгән ҡара шапкаһы булған. Уның ҡайҙалығын белһәгеҙ, 112, 8(347 50)2-10-02, 8(347 50)2-16-42 телефондары буйынса мөрәжәғәт итеүҙе һорайҙар.