Найти тему
Башҡортостан гәзите

Матур саранан ситтә ҡалмағыҙ!

2023 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы сиктәрендә республика матбуғатын уҡыусылар өсөн “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто матур байрам – Матбуғатҡа яҙылыу көнөн ойоштора. Был сара 14 июндә, республика журналистарының һөнәри байрамында – Башҡортостан матбуғаты һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә үтә. Был көндө Өфөлә Матбуғат йорто алдындағы майҙанда һеҙҙе Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталарынан ҙур концерт көтә. Байрамда билдәле артистар һәм эстрада йондоҙҙары: Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Искәндәр Ғәзизов, Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов, "Ауаз" вокаль ансамбле, саксофонсы Евгений Хәлилов, республиканың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов һәм башҡалар сығыш яһай. Майҙансыҡта китаптар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре эшләйәсәк. Йәрминкәлә халыҡ оҫталарының төрлө әйберҙәрен һәм милли стилдәге биҙәүестәрҙе һатып алырға мөмкин. Концерт ваҡытында һеҙ ташламалы хаҡ буйынса республика гәзит-журналдарына яҙыла алаһығыҙ, уларҙың күбеһенә республика халҡы 100 йылдан ашыу ышана! “Башҡортостан”, “Республика Башкортостан”, “Кызыл таң”, “Йәшлек”, “Өмет”, “Урал сасси”, “Чолман”, “Ошмес”, “Йәншишмә” гәзиттәре, “Ватандаш”, “Бельские просторы”, “Ағиҙел”, “Рампа. Башҡортостан мәҙәниәте”, “Аманат”, “Аҡбуҙат”, “Шоңҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Толпар”, “Әллүки”, “Һәнәк”, “Башҡортостан уҡытыусыһың”, “Тамаша”, “Ауыл биҙәктәре” – республика матбуғаты күп милләтле республикабыҙҙағы сағыу тормоштоң бөтә төрлөлөгөн сағылдыра! Был көндә матбуғатҡа яҙылған һәр кем бүләк отоуҙа ҡатнаша. Матбуғатҡа яҙылыу көнө иртәнге сәғәт 11-се яртыла Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Һуңынан Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союздарына яңы ағзалар ҡабул ителәсәк. Байрам концерты иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.