Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Альберт Кәримовтың әсәһе Рена Кәримоваға Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелеүе тураһында әйтте. Хәрбиҙең әсәһе әле һаман эшләүен дауам итә, ул Тирләндә математиканан уҡыта. Ҡатын биш бала тәрбиәләп үҫтергән, уларҙың өсәүһе – кадрлы офицерҙар. – Мин Рена Ивановнаға “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙым. Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Ҙур ғаиләгеҙгә, улдарығыҙға сәләм. Альберт һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. Кәңәшмәлә видеобәйләнеш аша ҡатнашҡан уҡытыусы рәхмәт һүҙҙәре әйтте. – Үҙемдең, балаларымдың исеменән республикаға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Шулай уҡ Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванютаға һәм Тирлән етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт. Минең Альберт улым Еңеү Рәсәйҙеке буласаҡ ти ине, һәм беҙ быға ышанабыҙ, – тине Рена Кәримова. Кәңәшмә барышында Радий Хәбиров махсус хәрби операциял