Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәр иҫән -имен ҡайтһын өсөн

Миәкә районының Илсеғол ауылы эргәһендәге Нарыҫтауҙа “Нарыҫтауым – изге төйәгем” тип исемләнгән мосолмандар йыйыны үтте. Көн һалҡынса, болотло булыуға ҡарамаҫтан, кеше байтаҡ йыйылды. Күптәр ғаиләләре менән килгән, балалар ҙа аҙ түгел ине. Халыҡты туплаған, изгелеккә өндәгән изге байрамға әүерелде ул. – Сәхәбәләргә зыярат ҡылып, Аллаһы Тәғәләнән илебеҙгә хәйерле, бәрәкәтле тормош, тыныслыҡ теләп, һалдаттарыбыҙҙың имен йөрөүҙәренә бағышлап доғалар ҡылдыҡ. Төп маҡсатыбыҙ – илебеҙ өсөн изгелек теләү, – тине Миәкә районының имам мөхтәсибе Хөрмәтулла хәҙрәт. “Донъялар тынысланһын, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын” тигән теләктәр был көндө йыйынға килгән һәр бер кешенең күңеленән сыҡты. Сарала Мәүлит йәмәғәт намаҙында ҡатнашыусылар ҙа күп булды. Ата-әсәйҙәре менән йыйынды күрергә килгән балалар ҙа үҙ майҙансыҡтарын тапты. Улар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Оло йәштәгеләрҙе лә байтаҡ тап иттек. Мәҫәлән, Асия Хафизова 77 йәштә булһа ла тауға менергә ауырһынманы. – Бында беренсегә килмәйем. Ейәндәрем менән дә килгәнем булды. Изге урын үҙенә тартып торған һымаҡ. Бында насар уйлы кеше юҡтыр. Кешеләр менән аралашып, изге урындарҙан күңелгә көс туплап ҡайтам.Шишмәһенән һыуын да алғаным бар. Иҫкермәй, оҙаҡ һаҡланыуы менән үҙенсәлекле ул, – тип һөйләне әңгәмәсем. Байрамға килеүселәр өсөн Ҡорбан ашы ла әҙерләнгәйне. Һәр береһендә 60 килограмм былау һыйҙырышлы дүрт ҡаҙан ҡунаҡтарҙы әллә ҡайҙан тәмле еҫтәре менән саҡырып торҙо. Был йыйын рухыбыҙҙы нығытһын, изге тауҙа теләнгән барлыҡ изге ниәттәр ҙә тормошҡа ашһын. Автор фотолары.