Башҡортостанда дөйөм майҙаны ете мең квадрат метрҙан ашҡан өс йорт төҙөлөп бөтөп бара. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү” федераль проектына ярашлы, был яңы йорттарға авариялы торлаҡта йәшәүселәр күсереләсәк. Объекттар Яңауыл һәм Мишкә райондарында урынлашҡан. - Быйыл ваҡытынан алда 2025 йылдың 1 сентябренә тип иҫәпләнгән проектты – 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип танылған йорттарҙы – тамамлайбыҙ. Башҡортостанда граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырған ваҡытта – дүрт йылда – Башҡортостанда 7 мең 457 кеше 90 меңдән ашыу квадрат метр торлаҡтан күсерелгән, - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыуса Ридаль Сәйетов. Әлеге ваҡытта Яңауылда төҙөүселәр 52-се кварталдағы 18-се йортта төҙөлөш-монтажлау эштәрен тамамлай. Подрядсы фатирҙарҙы һәм дөйөм файҙаланыу урындарын, биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса эште атҡара. Яңауыл районында барлығы һигеҙ мең тирәһе квадрат метрҙан 484 кеше яңы торлаҡҡа күсерелергә тейеш. Мишкә районында иһә ике мең тирәһе квадрат метр авариялы торлаҡтан 94 граждан яңы мөйөшлө буласаҡ. Фото: building.bashkortostan.ru