Асҡын районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында үткән сираттағы кәңәшмәлә, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли поектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡортсолоҡ хужалығын булдырыу һәм һыйыр малын үрсетеү проекттары ҡаралды. Беренсе проекттың бурысы – бал ҡорто күстәрен үрсетеү нигеҙендә экологик яҡтан таҙа умартасылыҡ продукттары етештереү: умарталар һәм бал ҡорто ғаиләләрен һатып алыу, уларҙы тәрбиәләү, бал һатыу. Эшҡыуарға проектты үҫтереү варианттары тәҡдим ителде, шулай уҡ балды эшкәртеү һәм фасовкалау буйынса кооператив һәм район биләмәһендә билдәле бренд булдырыу буйынса тәҡдимдәр яңғыраны. Икенсе проекттың бурысы – ул ауыл хужалығында бизнестың перспективалы йүнәлештәренең береһе булып торған һыйыр малы үрсетеү. Экологик яҡтан таҙа, сифатлы ит һәм һөт ризыҡтарына ихтыяж артыуы шарттарында, дөрөҫ ойошторолған фермер хужалығы тотороҡло үҫә барған килем сығанағына әүерелергә һәләтле. Әммә юғары конкуренция һәм хәүеф бындай бизнесты ойоштороуҙа төплө уйланылған ҡараш талап итә. – Һыйыр малын аҫрау кешелектең аҙыҡ-түлеккә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлектең төп йүнәлеше булып тора. Малдың продуктлылығы кимәлен арттырыу иҫәбенә һөт һәм һыйыр ите етештереүҙе арттырыу ватан һәм донъя малсылығының төп бурысы булып тора. Был йүнәлештәге малсылыҡ предприятиеһының иҡтисади тотороҡлолоғо һәм табышлылығы нигеҙҙә тап ошоға бәйләнгән, – тип билдәләнде кәңәшмә барышында. Асҡын районы хакимиәте хәтергә төшөрә, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә ҡатнашыу өсөн заявканы Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталына түбәндәге һылтанма буйынса https://investrb.ru/ электрон рәүештә бирергә мөмкин. Шулай уҡ 8(34771) 2-10-80 телефонына шылтыратырға була. Асҡын районында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереүгә һәм ойоштороуға булышлыҡ итеү өсөн бизнес-шәрифкә – Эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм инвестициялар буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Олеся Смирноваға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефон: 79272371801. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Асҡын районы хакимиәте.