Мәләүез ҡалаһынан Самир Латипов исемле бала моңло итеп йырлай ҙа, өҙҙөрөп бейей ҙә, ҡурайҙа йөрәктәргә үтеп инерлек итеп уйнай ҙа, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашыуҙан ҡурҡмай - уның дипломдарын күреп баштар әйләнерлек! Йәше бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, уҡыуҙан буш һәр минутын файҙалы үткәрергә күнеккән. Милли рухлы ысын башҡорт балаһы булараҡ “Урал батыр” эпосын да яттан белә. Туған телгә, халыҡ ижадына, сәнғәткә һөйөү, ынтылыш тәрбиәһе алған Самир районда ғына түгел, республика, Рәсәй конкурстарында уңышлы сығыш яһай. Әлбиттә, уның ҡаҙаныштарында хәстәрлекле атаһы Тимерғәли Фәйзулла улы һәм айырыуса көслө ихтыярлы, башҡорт рухлы әсәһе Ләйсән Мәргән ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ. Самир бар еңеүҙәрен әсәһенә бағышлаған. Ҡыҙғанысҡа, ҡасандыр педагог булып эшләгән Ләйсән Мәргән ҡыҙы ауыр травманан һуң йөрөй ҙә, үҙен-үҙе ҡарай ҙа алмай. Әммә ҡиммәтле операциянан һуң, аяҡҡа баҫыр тигән өмөт бар! Яңыраҡ Өфөнән педагог белемле Эльвир Ҡасимов исемле спортсмен егет Ләйсән Мәргән ҡыҙына ярҙам итеү маҡсатында Самирға тәмле күстәнәстәр һәм швейцар сәғәт һалынған посылка ебәргән. 5 йәшенән балалар йортона эләккән кеше әсәйле булыу бәхетен бар йөрәге менән аңлай, шуға ла Самирҙың әсәйенең тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләй. Изгелегең ерҙә ятып ҡалмаҫ, Эльвир, афарин!