Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рәсәй көнө менән, Башҡортостан!

Бөгөн ҙур һәм бөйөк илебеҙ үҙенең иң мөһим дәүләт байрамын – Рәсәй көнөн билдәләй. Бар илебеҙ уны күңелле итеп үткәрҙе. Тыныс күгебеҙ, рәхәтләнеп байрамдарҙы үткәрә алыу мөмкинлеге өсөн бөтәбеҙ ҙә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен махсус хәрби операция зонаһында ҡулдарына ҡорал тотоп илебеҙ сиктәрен яҡлаған яугирҙәребеҙгә әйтә. Улар араһында Башҡортостан хәрбиҙәре лә бихисап. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, башҡа мобилизацияланғандар һәм доброволецтар менән бергә унда алыша. Бөгөн улар үҙенсәлекле итеп байрам менән республика халҡын ҡотланы. “Рәсәй көнө менән, Башҡортостан! Беҙ еңәсәкбеҙ!” - ти егеттәр. Шуныһы ҡыуаныслы, уларҙың ҡулында, беҙҙең “Башҡортостан” гәзитенең фирма флагы. Махсус хәрби операция башланыу менән ундағы ваҡиғаларҙы, хәрбиҙәребеҙҙе һәм уларҙың ғаиләләрен даими яҡтыртҡан, уларға ярҙам күрһәткән баҫмабыҙ әләмен күреү ғорурлыҡ хисе уята.