Найти тему
Башҡортостан гәзите

Нефтехимиктар паркын танып та булмай

12 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нефтехимиктарҙың мәҙәниәт һәм ял паркын асыу тантанаһында ҡатнашты. Баш ҡаланың иң боронғо рекреацион зоналарының береһенә 1947 йылда нигеҙ һалына. 2023 йылда Рәсәй көнөнә ҡарата төбәк етәксеһе инициативаһы буйынса бында территорияны реконструкциялау һәм төҙөкләндереү буйынса күләмле проект тамамланды. Өфө паркы үҙенең икенсе тыуған көнөн билдәләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Уның майҙансыҡтарында балалар һәм өлкәндәр буш ваҡытын ҡыҙыҡлы үткәрә алһын өсөн бөтә шарттар булдырылған. Радий Хәбиров төҙөүселәргә паркты реконструкциялаған өсөн рәхмәт әйтте һәм өфөләргә республиканың дәүләт наградаларын (государственные награды) тапшырҙы. – Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле өфөләр! Барығыҙҙы ла Рәсәй көнө Һәм Өфө ҡалаһы көнө менән ҡотлайым! Өфөгә 449 йыл тулды. Киләһе йылда баш ҡалабыҙҙың юбилейы. Һәм ошо ваҡыт эсендә беҙ һеҙҙең менән бергә төҙөйәсәкбеҙ. Байрамға ҡалаға яңы социаль һәм мәҙәни объекттар, парктар, ихаталар һәм юлдар бүләк итәсәкбеҙ. Ә бөгөн, Өфөнөң тыуған көнөндә, реконструкциянан һуң нефтехимиктарҙың мәҙәниәт һәм ял паркын асабыҙ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: беҙ уның исемен үҙгәртмәнек. Был - республикабыҙ сәнәғәтен булдырған нефтехимиктарға хөрмәт күрһәтеү. Өфө Хеҙмәт батырлығы ҡалаһына әйләнде. Еңеүҙе яҡынайтыусы төп учреждениелар Черниковкала урынлашҡан. Бөгөнгө көндә был микрорайон үҫешә, үҙгәрә. Бында яңы парктар һәм скверҙар барлыҡҡа килә. Балаларыбыҙ өсөн яңы тормош шарттары булдырабыҙ. Һеҙҙе был байрам менән ихлас ҡотлайым. Барығыҙға ла тыныслыҡ, изгелек, һаулыҡ теләйем! – тине Радий Хәбиров сығышында. Нефтехимиктар паркын яңыртыу сиктәрендә төҙөүселәр ҙур эштәр башҡарҙы. Иҫке аттракциондарҙы һүтәләр, тротуарҙарҙың ватылған асфальт япмаһын алып ташлайҙар, оҙаҡ ваҡыт йыйылған сүп-сарҙы сығаралар. Шул уҡ ваҡытта парктың элекке торошон һәм ландшафт үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу мөмкин була, хәүеф тыуҙырған ағастарҙы ғына алып ташлайҙар, ҡоро олондарын тамырынан йолҡоп алалар. Азат ителгән биләмәлә спорт һәм балалар майҙансыҡтары, заманса велосипед-йәйәүлеләр юлы булдырыла, асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар, күләгәле лапаҫ ҡуйыла, туҡланыу пункттары, шахмат һәм шашка уйыны өсөн урындар йыһазландырыла. Шулай уҡ 200-гә яҡын тышҡы яҡтыртыу таяуҙары, тиҫтәләгән видеокүҙәтеү камералары монтажлана, интернетҡа тоташыу мөмкинлеге тәьмин ителә. Коммуналь инфраструктура тулыһынса тиерлек яңыртылған. Проектлаусылар паркты йәшелләндереүгә ҙур иғтибар бүлә: 370 ағас, 2,1 мең ҡыуаҡ һәм сәскә ултырта. Уларҙы һуғарыу өсөн автомат һыу һибеү системаһы эшләй башлай. Парктың тарихи ҡиәфәтен һаҡлап ҡалыу өсөн инеү урынында тәбиғи таштан бейек колонналар менән арка тергеҙелә. Республика Башлығы байрам тематик майҙансыҡтары эше менән танышты, Өфө халҡының – Социалистик Хеҙмәт Геройҙарының фотогалереяһын, картиналар күргәҙмәһен, һөнәрселек изделиелары йәрминкәһен ҡараны һәм йәмәғәт киңлегенә тәүге килеүселәр менән аралашты. Радий Хәбиров 1990 йылдарҙа был территорияның ташландыҡ хәлгә килеүен, күп кенә урындарының насар хәлдә булыуын иҫкә төшөрҙө. Ҡала халҡынан һорау алыуҙарға ҡарағанда, Нефтехимиктар паркы тәү сиратта тергеҙеүгә мохтаж була. Модернизациялау буйынса эштәр бер йылдан ашыу дауам итә. Өфөләр рекреацион зонаның, һис шикһеҙ, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары араһында популяр ял итеү урыны буласағын билдәләне. - Нефтехимиктар паркын танып булмай, ул һиҙелерлек йәшәрҙе, яҡты һәм сағыу булып китте. Әммә шул уҡ ваҡытта үҙенең үҙенсәлеген һаҡлап ҡалды, – тип һөйләне Черниковка халҡы. - Хәҙер бында балалар менән йөрөргә, ял итергә мөмкин. Парктарға бындай иғтибар өсөн ҙур рәхмәт! Сара барышында журналистар менән дә аралашты. – Радий Фәрит улы, парктарҙы төҙөкләндереү эшегеҙҙә айырым урын биләй. Һеҙ бында бер нисә тапҡыр килдегеҙ, баштан уҡ модернизация процесын шәхсән контролдә тоттоғоҙ. Реконструкция барышында барыһы ла килеп сыҡҡанмы? Радий ХӘБИРОВ: – Тәү сиратта республика халҡын – Рәсәй көнө, ә өфөләрҙе ҡала Көнө менән ҡотлайым. Беҙ махсус рәүештә был паркты 12 июнгә тиклем яңырттыҡ, халыҡҡа яҡшы бүләк эшләргә теләнек. Беҙ башлағас, тәүҙә парк ниндәй булырға тейешлеге тураһында кешеләр менән кәңәшләштек. Халыҡ йәшел япманы, ағастарҙы мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыуҙы һораны. Минеңсә, эштәр сифатлы башҡарылған. Беҙ кешеләр һорағанды эшләнек, тип һыҙыҡ өҫтөнә алам. Был парк бәләкәй балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә яраҡлы булыуы менән яҡшы. Ул өфөләрҙең яҡшы ял итеү урыны булыр тип уйлайым. – Өфөнөң йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу буйынса артабанғы пландар ниндәй? Радий ХӘБИРОВ: – Өфө парктарын яңыртыу буйынса программа бар. Йыл һайын был маҡсатҡа кәмендә 1 миллиард һум йүнәлтәсәкбеҙ. Ошоноң арҡаһында беҙ баш ҡаланың күп кенә рекреацион зоналарында тәртип урынлаштырҙыҡ. Хәҙер Аксаков баҡсаһында, Йылы күл районында эштәр бара, “Тулҡын” паркын яңыртыуҙың өсөнсө сиратын тамамлайбыҙ. Параллель рәүештә артабанғы пландар тураһында фекер алышабыҙ. Башҡортостандың Урмансылар паркы буйынса әҙерлек эштәрен башлайбыҙ. Ленин исемендәге паркты тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Бурыс – Өфөнөң барлыҡ парктары ла заманса булырға тейеш. Уларҙың күбеһе бер нисә тиҫтә йылдар элек төҙөлгән. Шуға күрә хәҙер уларҙы реконструкциялау, капиталь ремонт үткәреү ваҡыты етте. –Нефтехимиктар паркына инеү урынында тарихи арканы теүәл тергеҙеү мөмкин булды тип иҫәпләйһегеҙме? Радий ХӘБИРОВ: – Беҙ совет осорондағы ошондай аркаларҙы тергеҙә башлайбыҙ. Мәҫәлән, Аксаков паркында инеү төркөмөн реконструкциялауҙы планлаштырабыҙ. Якутов исемендәге паркта ла иҫ киткес арка бар. Әйткәндәй, матур арка элек Ленин исемендәге паркта ла булған. Өфө тарихының был өлөшөн яйлап тергеҙәсәкбеҙ. Нефтехимиктар паркында беҙ тәүге тәжрибә тупланыҡ. Һәм, минеңсә, бик яҡшы: тәбиғи таш, бик эстетик. Иң мөһиме – Советтар Союзында булған кеүек итеп, оҡшатып эшләнек. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru