11 июндә М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының конференциялар залында Башҡортостандың һәм Беларусь республикаларының билдәле рәссамдары менән осрашыу үтте. Осрашыу Рәсәй – Беларусь төбәктәренең Х форумы сиктәрендә үтәсәк “Башҡортостан дуҫтары күҙлегенән” халыҡ-ара арт-пленэры алдынан уҙҙы. Акцияла пленэр һәм күргәҙмә эшендә бай тәжрибәгә эйә булған, төрлө стилдәрҙә һәм йүнәлештәрҙә ижад иткән 18 рәссам ҡатнашты. Арт-пленэр маршруты Башҡортостандың матур, тарихи һәм иҫтәлекле урындары ул: Урал тәбиғәте, тауҙар, баҫыуҙар, урмандар, йылғалар һәм һын һүрәттәре. “Башҡортостан дуҫтар күҙлегенән” арт-пленэры етәксеһе, Башҡортостандың Рәссамдар союзы рәйесе Хатип Фазылов ошондай проекттарҙың берләштереүсе ролен билдәләне. – Беҙ барыбыҙ ҙа ҡасандыр берҙәм ижади берләшмәнең бөтөн өлөшө булдыҡ һәм рәссамдарҙың аралашыу традицияһы тергеҙелеүенә шатбыҙ. Быйылғы пленэрҙағы эштәрегеҙҙә республикабыҙҙың матурлығы, уның кешеләре, ауылдарҙың һәм ҡалаларҙың йөҙҙәре — һеҙҙең күңелег
"Беҙ барыбыҙ ҙа ҡасандыр берҙәм ижади берләшмәнең бөтөн өлөшө булдыҡ"
12 июня 202312 июн 2023
1
2 мин