“Эшҡыуарлыҡҡа – мәктәп эскәмйәһенән” тип аталған республика белем биреү проектына йомғаҡ яһалды. Күмертау ҡалаһының 6-сы мәктәп уҡыусыһы Батыр Баянов ҡояш батареялары етештереү буйынса проект менән сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, тәбиғәт аккумуляторҙары электр энергияһына түләүҙәрҙе кәметергә мөмкинлек бирәсәк һәм тирә-яҡҡа зарар килтермәйәсәк. Быйыл проект республиканың йөҙҙән ашыу уҡыусыһын тупланы. Финалға 28 бала барып етте. Конкурста беренсе урынды Батыр Баянов яуланы. Икенсе урынды яулаған Валерия Яковлеваның бизнес-идеяһы ла ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле. Уның “Зоосалон” проекты йорт хайуандарына төрлө ярҙам сараларын күҙ уңында тота.Ҡыҙҙың әйтеүенсә, уның проектына Күмертауҙа ихтыяж ҙур. Йәштәрҙең үҙҙәренең проектын тормошҡа ашырыуға 500 мең һумға тиклем аҡса алыуы мөмкин, тип яҙа “Кумертауское время” гәзите. Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ–эшҡыуарҙар ассоциацияһы проекты Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм “Минең бизнес” үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырыла. Гульназ Чернева фотоһы.