Бынан бер ай элек Әнүәр Нурғәлиевтең һеңлеһе Диана Сәфәрова ҡурҡыныс аварияла һәләк булғайны. Уның өс балаһы етем ҡалды. Шул көндән алып республикабыҙҙың халыҡ артисы балаларҙы ҡараша башланы һәм ваҡыт-ваҡыты менән улар тураһында социаль селтәрҙә күрһәтеп тора. Яратҡан йырсыбыҙ был юлы игеҙәк малайҙар менән ялын күрһәткән. Малайҙар ағайҙары менән паркта булған. Әнүәр Нурғәлиев уларҙың күңелен бар яҡлап та күргән. “Бөгөнгө көн бик күңелле үтте. Тик Аиша килмәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның бөтөнләй кәйефе юҡ. Малайҙарҙы беҙгә аталары килтерҙе. Көнө буйы бергә булдыҡ. Уға рәхмәт, ныҡ ярҙам итә. Балалар уға “атай” тип өндәшә башланы. Аиша тәүҙә юҡ “атай” тип әйтә ине. Рәхмәт, дуҫтар, балаларҙың хәлен һорашып тораһығыҙ. Улар менән бөтәһе лә яҡшы. Сәид менән Салман әле бер нимә лә белмәй, әсәләрен һағына, көтә. Әлегә нисек итеп әйтергә икән тип уйлайбыҙ”, – тип яҙған. Кешеләр һәр ваҡыттағыса бындай яҙмалар аҫтында күп комментарийҙар ҡалдыра. Күптәр Аишаны йәлләй, уны үҙгәреп, ҙурайып киткән тиҙәр. Икенселәр малайҙарға ла әсәләренең юҡлығын әйтергә кәрәктер тип кәңәш итә. Сөнки быны апалары йәки сит кешеләр әйтеүе бар. Фото: социаль селтәрҙәр.