Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Апый, Гөлфирә - минең брат бит ул..."

ЙОНДОҘ(ҡустыбыҙ Ирмәк Ҡарағужинға үлгәндән һуң Шайморатов ордены бирелгәс)Янып торған был йондоҙҙоңИке яғы бар.Батырлыҡты баһалар дан,Хәтер һағы бар.Яугир данын киләсәктәҺөйләр һүҙе бар.Яугир данын күрһәтергәЙондоҙ үҙе бар.Янып торған был йондоҙғаЙәшенгән һағыш.Йәшеренгән күҙ йәштәре,Дошманға ҡарғыш.Кескәй генә был йондоҙсоҡМансылған ҡанға.Был йондоҙсоҡ хәтер булыпМансылған данға.Берсә усты өтөп алырТимер киҫәге.Берсә күңел йылытырлыҡМоңһоу иҫтәлек.Янып торған был йондоҙҙаБатыр йөҙө бар.Был йондоҙҙа тарихҡа байМилләт йөҙө бар.Янып торған был йондоҙҙоңИке яғы бар:Шәһит ҡаны, батыр даны –Ике яғы бар,Ике сағы бар.(Зөлфирә Ҡарағужина). Ҡаһарман ҡустыбыҙ Ирмәк Салауат улы Ҡарағужиндың яуҙа күрһәткән батырлығы үлгәндән һуң Шайморатов ордены (23.02.2023) менән баһаланғайны, йәнә "Ҡаһарманлыҡ өсөн" (09.06.2023) миҙалына ла лайыҡ булды. Ике юғары награданы ҡабул итеп алыу бәләкәй улы Айназ иңенә төштө, өлкән улы Роберт хәрби хеҙмәттә. Ике хәрби - ата менән ул, саҡ ҡына аймылыш булып, осрашып өлгөрмәнеләр. Атаһы яуҙан отпускыға ҡайтыр алдынан ғына улы хәрби хеҙмәткә юлланды.Миҙал хаҡында (орден хаҡында ла) яңылыҡты ишетеү ҡапма-ҡаршылыҡлы хистәр уята: берҙән, Ирмәктең ҡаһарманлығын баһалауҙары өсөн ҡыуанысҡа яҡыныраҡ тойғо, аныҡ ҡына әйтә алмайым, булһа, икенсеһе - моңһоу кисерештәр. Ирекһеҙҙән, уға бәйле хәтирәләр иҫкә килеп төштө. Уның отҡор телле (тәләкәсе) булыуын бер кем дә инҡар итмәҫ, ғөмүмән ул сифат беҙҙең олатайҙарҙан килә, кешене тәләк итеү (шулай тип әйтәләр ине) Ҡарағужиндар затына хас, был сифаттың ыңғай яғы менән кире яғы ла бар. Башҡорт халыҡ ижадында "Ҡара сәүкә - Ямғырсы" тип атала булһа кәрәк, легендала беҙҙең Ҡарағужа олатай Салауат яуынан һуң батша язаһынан шул теле ярҙамында ҡотолоп ҡалһа, шул тәләк итеүе арҡаһында үҙе менән бергә яуапҡа саҡырылып береһе танауһыҙ, икенсеһе ҡолаҡһыҙ ҡалған башҡа юлдаштары тарафынан үлтерелә.Беҙҙең Ирмәк ҡустыбыҙға был сифат төрлө ҡыйын хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмаҫҡа, һәр осраҡты юмор менән ҡабул итергә ярҙам итте. Ул бер ваҡытта ла бошоноп йөрөмәне, бошоноу өсөн бихисап сәбәптәр булған сүрәттә лә. Әсәйем мәрхүмә һөйләр ине, ҡыш көнө ҡотоҡҡа һыуға барып ҡайтып барһам, шәл ябынып алған Ирмәк осраны, "Ниңә шәл ябынып алдың, Ирмәк?" тип һораһам, "сапкың (шапка) булмағас, ябынаң инде", тип әйтте. Баҡтиһәң, әсәһе - Талибә инәй шапка алып өлгөрмәгән, Ирмәктең тышта уйнағыһы килә икән. Әсәйемдең һорауына бала ғына булһа ла, бер ҙә юғалып ҡалмаған бит әле. Атайҙан да иртә ҡалды шул Ирмәк, атаһы Салауат апаны мин үҙем дә аныҡ ҡына хәтерләмәйем, әммә бөтмөр, йүнсел итеп иҫләйем. Ул заготовитель (яңылышмаһам, шулай аталды) булып эшләй ине, әсәйҙәрҙең тапшырған әйберенә (сепрәк-сапраҡ та тапшыра торғайнылар һымаҡ) хаҡ итеп һинд сәйе кеүек һәйбәт нәмәләр бирә, тағы унда һағыҙ ҙа була торғайны, ул ваҡытта һағыҙ һатыуҙа бик булманы, шикелле ул. Салауат апа мәрхүм ул заман ғына түгел, хәҙерге заман үлсәме менән дә бынамын тигән донъя төҙөп ҡуйғайны, өйөнөң эсендәге планировкаһы бик уйланып, уңайлы итеп эшләнгән ине.Ярҙамсыл булды Ирмәк. Ауылға ҡайтып йәшәй башлағас ҡына яҡыныраҡ аралаша башланыҡ уның менән, еҙнәһе менән нығыраҡ уртаҡ тел тапты булһа кәрәк. Тәүге улым Рамаҙанды табырға булып киткәс (2007), таң менән эшен-көшөн ҡалдырып (ул ваҡытта ғаиләһе менән атаһы нигеҙендә йәшәйҙр ине әле), беҙҙе машинаһы менән Белорет ҡалаһына бала табыу йортона алып сығып китте.Биш йыл дауамында Күсемдән Ташбулатҡа йөрөп эшләгән осоромда нисәмә тапҡыр ауылға ҡайтарып ҡуйҙы икән - бихисап. Машинаһы менән үтеп барһа, Ташбулаттағы магазин эргәһендәге туҡталышҡа килеп туҡтар ине лә: "Апый, һаумы! Нимә, ҡайта алмай тораңмы? Ултыр", - тип йә ауылға тиклем, ҡабаланһа, "Юбилейный" санаторийына тиклем алып барып ҡалдырыр ине, бер ваҡытта ла аҡса алманы.Ирмәк ҡустыбыҙ Гөлфирә һеңлем менән күберәк аралашты, улар ныҡ яҡын дуҫтар булды, икеһе класташ инеләр, серҙәш булдылар. Армияла булғанда хат та яҙыштылар, һеңлемдең тыуған көнөнә армиянан музыкаль открытка ебәргәйне, шул открытка әле лә һеңлемдә һаҡлана, иң мөһиме, ул һаман йырлай. Һуңғы тапҡыр Өфөлә осрашҡан мәлдә лә, Ирмәк мәрхүм һеңлемдең муйынынан ҡосаҡлай ҙа "Апый, Гөлфирә - брат бит ул минең", тигән булды ҡабат-ҡабат. "Брат" тигән һүҙҙә бөтәһе лә әйтелгән инде, аңлатырға артыҡ һүҙҙәр кәрәкмәй. Һуңғы осрашыуҙа беҙ Фәнизә апайым менән төн уртаһында ҡайтып киттек, кейәү ҙә аҙағыраҡ ятып йоҡлаған, ике "брат"тың таңға тиклем һүҙҙәре бөтмәй һөйләшеп ултырған.Ирмәкте тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алайыҡ. Мәңгелек йоҡоһо тыныс булһын! Текст сығанағы һәм фото: Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина.