Эҫе көндәрҙә күптәр еңелсә туҡланыуҙы өҫтөн күрә. Коллегабыҙ Гөлсимә Сәлихова үҙе эшләгән “Окрошка” рецебы менән бүлеште. “Был һалҡын ашты ғаиләбеҙ ныҡ ярата, айырыуса йәйге эҫе көндәрҙә йыш әҙерләйем.Шулай итеп, алдан бешерелеп һыуынған картуф менән йомортҡаны, яңы өлгөргән ҡыяр менән редисты һәм юғары сортлы бешкән колбасаны шаҡмаҡлап турайбыҙ. 0,5 литр кефирға 0,5 литр һыу ҡушып, яҡшы итеп болғап, ошо турама өҫтөнә ҡоябыҙ. Күп итеп йәшел тәмләткестәр – һуған, укроп турап һалабыҙ. 10 минут самаһы тәмләнеүен көтһәгеҙ – йәйге аш әҙер. Ошо уҡ ингредиенттарҙы алып, кефир урынына һалҡын кеүәҫ ҡулланырға ла мөмкин. Уны ла 0,5 литр кеүәҫкә 0,5 литр һыу менән ҡушып әҙерләйем. Беҙҙең ғаиләгә кефирҙа әҙерләнгән окрошка нығыраҡ оҡшай. Әсерәк ризыҡ яратһағыҙ, бер ҡалаҡ алма һеркәһе ҡушып ебәрергә мөмкин”, - тип һыналған рецебы менән бүлеште уңған хужабикә Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы. Ә һеҙ окрошканы нисек әҙерләйһегеҙ? Ғөмүмән, яратаһығыҙмы был йәйге ашты? Фото: Г.Сәлихованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.