Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй көнөнә, Өфө ҡалаһының 449 йыллығына һәм Салауат Юлаевтың 269 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашты. Республика етәксеһе Башҡортостандың Рус дәүләте составына ирекле ҡушылыуына 400 йыл тулыу хөрмәтенә ҡуйылған Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды. Монументҡа нигеҙ 1957 йылда һалынған, ә тантаналы асыу сараһы 1965 йылда үтте. Ул рус һәм башҡорт халҡының туғандарса дуҫлығын кәүҙәләндерә. Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел яры буйында республика етәксеһе спорт фестивале майҙансыҡтарын ҡараны. Бында төрлө дисциплиналар буйынса оҫталыҡ кластары һәм турнирҙар ойошторолған. Өфөләр һәм ҡунаҡтар Ағиҙелдәге тамаша программаһын күҙәтте. Йылға буйлап судно, байдарка, катамарандар парады ойошторолдо. Башҡортостан Башлығы Өфө балалар коллективтарының концерт номерҙарын ҡараны һәм грек-рим көрәше буйынса турнирҙа булды. Етәксе ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләне, атлеттарҙы Рәсәй көнө менән ҡотланы һәм яңы спорт ҡаҙаныштары теләне. Радий Фәрит улы шулай уҡ “Первушин” аэродромындағы пилотаж авиация төркөмөнөң сығышын ҡараны. –Ҡаланың бөтә парктарында йәнлелек, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бөгөн ҡаланың тыуған көнөндә Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркын асабыҙ, ә иртәнән һуңға – Затондағы поликлиниканы. Төбәк етәксеһе Салауат Юлаевтың 269 йыллығы хөрмәтенә ҡурай моңо аҫтында милли батырыбыҙҙың һәйкәленә сәскәләр һалды. Фото: glavarb.ru