Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Рәсәй көнө менән ҡотлап, тарихи ҡаҙаныштар һәм уңыштар теләне. “Хөрмәтле ватандаштар! Барлыҡ республика халҡын Рәсәй көнө, беҙҙең халыҡ геройы Салауат Юлаев көндәре менән ихлас ҡотлайым! Илебеҙҙең төп байрамын Ватаныбыҙҙың сәскә атыуына көсөн һәм белемен һалған, Тыуған илебеҙҙең яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойған һәр кем билдәләй. Ул ябай булмаған һынауҙар алдында торған рәсәйҙәрҙең берҙәмлек символы булып тора. Беҙ байрамды лайыҡлы һөҙөмтәләр менән, илебеҙҙең киләсәге өсөн тулы ышаныс менән ҡаршылайбыҙ. Республикабыҙ үҫешкән сәнәғәткә, фәнгә, мәғарифкә һәм мәҙәниәткә таянып, тос уңыштарға өлгәшә һәм илдең ҡеәүәтен арттырыуға ҙур өлөш индерә. Бөгөнгө байрам беҙҙе өлкән быуындар һәм заманыбыҙҙың ысын геройҙары – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығына, ныҡлығына тиңләшергә саҡыра. Был көндәрҙә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 269 йыллығын билдәләү айырыуса символик мәғәнәгә эйә. Уның исеме быуындар хәтерендә туған халҡына тоғро
Радий Хәбиров республика халҡын Рәсәй көнө менән ҡотланы
12 июня 202312 июн 2023
1 мин