Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин вафат булған

Бөгөн Өфөлә, 49-сы йәшендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин ҡапыл арабыҙҙан китте. Был хаҡта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.Хәким Фәрит улы Мортазин 1975 йылдың 14 мартында Ейәнсура районының Яңыбай ауылында тыуған. 1996 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1997 йылдан алып бөгөнгәсә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. 26 йыл эсендә Хәким Фәрит улы сәхнәлә бихисап ролдәр башҡарҙы, “БСТ”, “Тамыр” телеканалдары ижад иткән фильмдарҙа төштө. 2010 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.Күптәрҙең яратҡан артисы менән хушлашыу ваҡыты тураһында һуңыраҡ хәбәр итербеҙ.Мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ! Фото: "Башинформ".