Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алты яңы ойошма өҫтәлде

2023 йылдың ғинуарынан май аҙағына тиклем республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы буйынса эшмәкәрлеккә тәү тапҡыр лицензия алған медицина ойошмалары һаны алты процентҡа артҡан. 2022 йылда был профиль буйынса теркәлгән лицензиялы 101 ойошмаға йәнә алты яңы ойошма өҫтәлде. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында документтарҙы электрон рәүештә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша лицензиялау үткәреүгә үҙаллы тапшырыу өсөн инструкция бирелгән. Бөтә яңылыҡтар менән рәсми сайтта таныша алаһығыҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.