Яңыраҡ ҡына туҡһан йәшен тултырған ағинәй Борай районының Бәләкәй Баҙраҡ ауылында йәшәй. Нәсибә Фазлетдинова Шүнәк ауылында күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Атаһы һуғыштан аяҡһыҙ ҡайтҡас, уға хужалыҡта егелеп эшләргә, туғандарын тәрбиәләп үҫтерергә тура килә. Йәш сағы ауыр йылдарҙа үткәс, уҡырға йөрөй алмай. Фермала эшләй, сөгөлдөр, мәк эшкәртеү менән шөғөлләнә. Тирмәндә, кирбес заводында эшләй. Йәш һылыу ҡыҙға күҙе төшкән Рифғәт исемле егет Нәсибәне Шүнәктән урлап алып ҡайта. Йәштәр матур итеп донъя ҡороп ебәрә. Ғаиләлә биш бала тыуа. Бөгөн дүртеһе иҫән-һау, әсәләренә ярҙам итеп, хәлен белешеп йәшәй, тип яҙа “Алға” гәзите. – Бик ауыр ваҡыттар булды. Дүрт айлыҡ бала менән ана теге тау башында бесән йыйғаным иҫтә, – тип, инәй урам артындағы тауға күрһәтә. Нәсибә Шәрифғәле ҡыҙына йәйен баҫыуҙа, ҡышын фермала эшләргә тура килә. Әле ул кесе ҡыҙы Әлфиә һәм ейәндәре тәрбиәһендә йәшәй. 11 ейәне һәм туғыҙ бүләһе булыуы менән ул бәхетле. – Беҙҙең йәшлек осоро еңелдән булманы, әммә колхоз ул саҡта барыбыҙ өсөн өмөт утрауы һәм ҙур ярҙам булды. Шуға күрә бөтә көсөбөҙҙө һалып эшләнек, – ти ул. Нәсибә инәйгә бала саҡта уҡыу эләкмәһә лә, ул-ҡыҙҙары үҫкәс, тырышып, хәреф танырға, яҙырға өйрәнә. Әле уның ҡулынан китап төшмәй, уҡырға бик ярата. Яҡындары инәйҙең тормош һөйөүсән, әүҙем булыуына һөйөнөп бөтә алмай. Оҙаҡ йәшәүҙең сере, моғайын, шундалыр. Лира Юрасова фотоһы.