Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Тормошто ике ҡалаҡ һәм бер тәрилкәнән башлағайныҡ...”

Ҡатмарлы тормош юлдарын иңде-иңгә терәп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап үткән ғаилә парҙары хөрмәт һәм ихтирам уята. Стәрлебаш районының Айтуған ауылынан Ғәббәсовтар тап шундай ныҡлы, өлгөлө ғаилә булып тора. Йорт хужаһы Фәрит Биктимер улы – һуғыш балаһы. Колхоз рәйесе булып эшләгән атаһы фин һуғышына киткәндә, ул тыумаған да була әле. Биктимер ҡатыны, башланғыс кластар уҡытыусыһы Кәримә менән дүрт ай ғына йәшәп ҡала, һуғыш йәштәрҙең уй-хыялдарын селпәрәмә килтерә. 1940 йылдың авгусында донъяға килгән Фәрит әсәнең йыуанысына әүерелә. – Миңә ете йәш тулғас, әсәйем кейәүгә сыҡты, уның яңы ғаиләһенә инергә теләгем юҡ ине, өләсәйем үҙе менән ҡалырға өгөтләгәс, уның менән ҡалдым. Әсәйем йәшәгән Ерекле ауылы алты километрҙа ғына булғас, йыш аралаштыҡ, Оҙаҡламай ҡустым донъяға килде, ғүмер буйы бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәнек, ул минән ун йәшкә кесерәк. Мин иртә эшкә егелдем, беҙҙең кеүек малай-шалайҙы баҫыуға, фермаға эшкә ебәрә торғайнылар. Яҡлаусың булмағас, иң ауыр эшкә бармай сараң юҡ. Өләсәйем бик йомшаҡ күңелле кеше ине, бер саҡта әрләшкәнен ишетмәнем,– тип хәтерләй баласаҡ йылдарын ветеран. Өс йыл буйы Свердловскиҙа хәрби хеҙмәттә була, ауылға ҡайтҡас, трактор йөрөтөргә өйрәнә, Мәрхәбә исемле һылыу ҡыҙға өйләнә. – Өләсәй менән бер аҙ йәшәгәс, үҙебеҙҙең өйгә күсендек. Әйтерһең дә, кисә генә булған, барыһы ла яҡшы хәтерҙә: ҡулыбыҙға бер төйөнсөк тотҡан көйө йортҡа индек. Ике ҡалаҡ, бер тәрилкә, мендәр - юрған менән яңы тормош башланыҡ, – тип тәүге көндәрҙе иҫкә төшөрә хужабикә Мәрхәбә Фәтхетдин ҡыҙы. Ире уның өсөн бөтә ғүмере буйына ышаныслы терәк була. Йәш айырмаһы – туғыҙ йыл. Ғаиләгә йәм һәм күңелле мәшәҡәттәр өҫтәп, Азат, Гөлназ, Алһыу донъяға килә, тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре” гәзите. – Ирем – тракторҙа, мин һауынсы булып фермала эшләнем, – ти Мәрхәбә Ғәббәсова. – Йәй көнө шәкәр сөгөлдөрө утауҙа булдыҡ. Бишәр гектар бирә торғайнылар... Ғаилә башлығы етди сиргә юлыҡҡас, Ишембай ҡалаһына йәшәргә күсәләр. Сәләмәтлек торошо буйынса ауыр эшкә ярамағас, һаҡсы булып урынлаша. 18 йылдан һуң ғаилә йәнә Айтуғанды һағынып ҡайта. Ғәббәсовтар бына 57 йыл инде ауылдаштарына өлгө булып, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй. 2010 йылдан алып Фәрит Биктимер улы мәсеттә имам булып тора. Хәҙер уның мәшәҡәттәре йәнә артты. Ауылдаштары менән кәңәшләшеп байтаҡ эштәрҙе бергә атҡаралар. Ғаиләһе һәр эшендә ярҙам итергә әҙер.Балалары тормошта үҙ юлдарын тапҡан, улар – ата-әсәһенә ышаныслы терәк. Ете ейәне, биш бүләһе өлкәндәр өсөн оло шатлыҡ, көтөп алынған бәхет.Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Ғәббәсовтар мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт тота, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Һаулыҡ менән оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын! Фаягөл Йосопова фотоһы.