Башҡортостанда халыҡты диспансерлаштырыу дауам итә. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы йыл башынан 584 меңдән ашыу кешене ҡабул итте. Иҫкәртеү тикшереүен – 98 556, тәрәнтен диспансерлаштырыуҙы 169 170 кеше үтте. 17 апрелдән республикала “Сәләмәт республика –сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, алты йүнәлеш буйынса “Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты. Июль башына 52 меңдән ашыу кеше ҡабул ителгән. Ошо ваҡыт эсендә медицина тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә 861 кешелә – йөрәк-ҡан тамырҙары, 85 кешелә – яман шеш, 356 кешелә – шәкәр диабеты,туғыҙ кешелә туберкулез сирҙәренә шик тыуған. Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына тикшереү үтеү өсөн – 408, дауаханаға ятыу өсөн 84 кеше ебәрелгән.Республика кардиология үҙәгенә тикшерелеү өсөн 47 пациентҡа йүнәлтмә бирелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, диспансерлаштырыуҙы даими үтеү инвалидлыҡҡа һәм үлемгә килтереүсе хәүефле сирҙәргә юлығыу ихтималлығын кәметә йәки уларҙы иртә стадияла асыҡларға, тәьҫирле дауаларға ярҙам итә. “Һаулыҡ һаҡлау”милли проекты халыҡ