Республикала 2021-2022 йылдарҙа 142 медицина объекты төҙөлдө, 40 бинаға капиталь ремонт эшләнде, 5 593 ҡорамал һәм 167 автотранспорт сараһы алынды. Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы биш объектҡа капиталь ремонт үткәреләсәк. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында һәм Мәсәғүт ауылында балалар поликлиникаларын, Оло Ыҡтамаҡта ашығыс ярҙам станцияһы менән дауахана төҙөү дауам итә. Ә Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының корпусы үҙгәртеп ҡороласаҡ. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу мәсьәләһе, һис шикһеҙ, көн үҙәгенән төшмәйәсәк – был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге 9-сы ҡала дауаханаһының яңы поликлиникаһын асыу тантанаһынан һуң үткән “Сәләмәтлек сәғәте” кәңәшмәһендә тағы бер ҡат белдерҙе. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Өфөләге дауалау учреждениеларының хәҙерге торошо өфөләргә сифатлы медицина хеҙмәттәрен алырға мөмкинлек бирмәй. Республика ауыл һәм бәләкәй ҡалалар инфраструктураһын камиллаштырыуға байтаҡ көс һ