Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 8 майҙа төндә Шишмә ҡасабаһында аварияла өс бала әсәһе, билдәле блогер Диана Сәфәрова һәләк булды. Мәғлүм булыуынса, ул танылған эстрада йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтең яҡын туғаны. Диананың вафатына ҡырҡ көн тулып уҙҙы. "Һинең арабыҙҙан киткәнеңә 40 көн. Йөрәктең нисек әрнеүен аңлатып бөтөрә торған түгел", - тип яҙалар уның дуҫтары. "Ваҡыт дауаламай шул", "Ҡалғандарға Хоҙай сабырлыҡ бирһен, балаларына - көс, әсәйһеҙ йәшәргә", "Тыныс йоҡла, балаҡайым. Бик ауыр хәл. "Яралар яңынан яңырҙы...", "Беҙҙең яратҡан Ди",- тигән комментарийҙар ҡалдырған яратҡан блогерҙары тураһында виртуаль дуҫтары. Тыныс йоҡла, Диана! Фото: "Интертат"