"Тамыр" телеканалының алып барыусыһы, блогер Ләйсән Мәжитова йәнә әсәй булырға йыйына икән. Ғаилә тыуасаҡ баланың малаймы, ҡыҙмы икәнен белер өсөн башҡортса гендер пати уҙғарған! Ғаилә интернет селтәрендә ошо хаҡта видеояҙма менән уртаҡлашҡас, был күренештең сит илдән инеүе, беҙҙеке булмауы тураһында комментарий яҙыусылар ҙа булды. Ә һеҙ заман йәштәренең буласаҡ сабыйҙың ҡыҙмы, малаймы икәнен ошондай байрам яһап асыҡлауына ниндәй ҡараштаһығыҙ? Ә инде был видеояҙмаға килгәндә, уның саф башҡортса, милли ерлеккә таянып уйланыуы – бик мәслихәт. Иң мөһиме – сабый алты ағзаһы теүәл, аҡылы камил булып тыуһын, ата-әсәһенең, апаһының һөйөнөсө, ҡыуанысы ғына булһын! Видео: vk.com/bahetnama (“Бәхетнамә" тапшырыуы - Бахетнама БСТ төркөмөнән).