Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Атай, ҡотҡар мине..."

Рәсәй кешеһенең Мысырҙа акуланан ашалып үлеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Фажиғә 8 июндә туристар күпләп ял иткән Хургада ҡалаһында булды. Әллә күпме кеше ҡарап торған ваҡытта егетте бер нисә минутта йыртҡыс балыҡ һәләк итте. Был турала 23 йәшлек Владимирҙың атаһы түбәндәгеләрҙе һөйләгән. “Мысырға ял итергә барҙыҡ, пляжға киттек. Фажиғә 30 секунд эсендә булды. Элек был пляжда акулалар күренмәгән, әле ҡайҙан килеп сыҡҡандыр...” Шаһиттар әйтеүенсә, егет бар көсөнә: “Атай, ҡотҡар мине” тип ҡысҡырған. Тик һыуға кешеләрҙе төшөрмәгәндәр, унда бер нимә лә эшләп тә булмаҫ ине. Асыҡланыуынса, әле йыртҡыс балыҡты тотоп, юҡ иткәндәр. Тик йәш кешенең ғүмерен генә ҡайтарып булмай шул... “Был бик аптыратҡыс хәл, ҡала эсендәге пляж ысынлап та хәүефһеҙ ине. Тирә-яҡта карабтар, яхталар йөҙә, балыҡ уларҙан ҡурҡа. Акула, ғәҙәттә, ҡырағай пляжда һөжүм итә. Был минеңсә яуыз яңылышлыҡ, яҙмыш. Улымдың ҡалдыҡтарын аҙаҡ таптылар, пакет менән моргҡа оҙаттылар”, – тигән ул. Мысырға ял итергә барһағыҙ, һаҡ булығыҙ. Балыҡлы Ҡыҙыл диңгеҙ матур әлбиттә, әммә унда төрлө хәүеф көтө. Акулаларҙың кешене ашауы тәүге осраҡ түгел. Шуға һаҡланып йөрөү мөһим. Фото: Телеграм.