Һуңғы осоро “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы республиканың күп ауылдарында бик популяр булып китте. Кисә Бөрйән районының Мәһәҙей киң илебеҙ буйлап таралышҡан ҡыҙҙарын йыйҙы. Был байрамдың иң матур биҙәге булып - ҡыҙҙар көйәнтәләп үҙҙәре бала саҡта һыуға йөрөгән ҡоҙоҡ -инешкә һыуға барыуҙары торалыр. Береһенән-береһе матур Мәһәҙей ҡыҙҙары яурындарына көйәнтәләр һалып һыуға барҙы, тыуған еренең шифалы һыуҙарын ауыҙ итте, әхирәттәре, дуҫтары һәм туғандары менән осрашты. Байрам төрлө ярыштар, иҫтәлек - аралашыу, йыр-моң менән үрелеп барҙы, Мәҙәһей ҡыҙҙары бала саҡтағы кеүек йүгерҙе лә, уйнаны һәм бейене. Байрамдан һәр кем дәрт алып, хәтирәләрен яңыртып, тыуған еренән көс һәм рух алып таралышты. Фото: "Таң" гәзите