Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хозур йәйләүҙә сәмле ярыш

Быйыл һауынсыларҙың һәм осеменаторҙарҙың район конкурсы Йәнекәй ауылында Азамат Абсаҙыевтың крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында үтте. 49-сы тапҡыр уҙғарылған һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ун машина менән һауыу операторы һәм алты осеменатор теоретик һәм практик белемдәрен күрһәтте. Конкурс йомғаҡтары буйынса оло йәштәге машина менән һауыу операторҙары араһында беренсе урынды Нәйлә Муллағәлина Нәйлә («Завет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) 2-се урын - гөлсөм Ямалова (КФХ Рәхмәтов Т.Н.) 3-сө урын – Тәслимә Һөйөндөкова алды. (КФХ Солтанов А.М.) Урта йәштәге машина менән һауыу операторҙары араһында: беренселекте - Рөстәм Муллағәләмов («Красный Башкирия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) Икенсе урын ды Зөлфиә Иҙрисова (КФХ Абсадиев А.М.) һәм өсөнсө урынды Зилә Исхаҡова яуланы(«Завет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) Һауынсылар үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәткән арала яһалма ҡасырыу техниктары ярышты. Беренсе урынға йыл һайын был конкурста еңгән Венера Кощеева лайыҡ булды. Икенсене Раил Ҡыуатов яуланы. Тәжрибәле, береһенән-береһе ҡалышмаған техниктар «Красная Башкирия» хужалығынан. Өсөнсө урын Таймаҫ Мансуровҡа бирелде. Һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәренә ҡиммәтле бүләктәр һәм грамоталар тапшырылды, шулай уҡ йәйләү хужаһы Азамат Абсаҙыевҡа ла ҙур рәхмәт белдерелде. Фото: Илдар Нафиҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.