Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балалар унда йүгереп килә

Ишембайҙың үҙәк китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә СмартKIDS зонаһында “Логопедик Шхуна” коррекция йүнәлешендәге интерактив үҫтереү комплексы ҡуйылған. Ул бер юлы алты баланы уҡыта ала һәм үҙ эсенә түбәндәге модулдәрҙе ала: коллектив һәм шәхси коррекция эшен тәьмин иткән логопедик программалы сенсорлы монитор, (программаның күнекмәләре баланың үҫеш кимәле буйынса задание һайлап алыу мөмкинлеге бирә); төрлө кимәл уҡытыу материалы; яҡтылыҡлы ҡом терапияһы өсөн өҫтәл. Балалар ике төр ҡом менән эшләй – кварц һәм кинетик. Кинетик ҡом менән уйнау балаларҙа ваҡ моториканы, тактиль хистәрҙе һәм хәрәкәттәр координацияһын үҫтерә. Ҡом терапияһы борсолоу, агрессия һәм ҡурҡыуҙы асыҡларға ярҙам итә. “Беҙҙә интерактив комплекс менән эшләү тәжрибәһе булды. Бындай ҡорамал логопедтарҙың тормошон еңеләйтә: уның ярҙамында беҙҙән күп ваҡыт талап иткән бурыстарҙың бер өлөшө алына. Һәм әлбиттә “Шхуна”ла шөғөлләнеү балалар өсөн бик ҡыҙыҡ. Мин шөғөлләнгән балалар өҫтәл артына килмәй ҙә, шунда уҡ кораблгә йүгерә. Шуға күрә ошондай комплекс беҙҙең китапханала барлыҡҡа килгәненә бик шатбыҙ”, – тине китапхана белгесе Ольга Самохвалова. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды. Фото: Ишембай районы хакимиәте.