Эшҡыуар Рәмилә Әхийәнова Сибай ҡалаһында тыуған. Ул бәләкәй саҡтан ижад менән шөғөлләнергә яратҡан: ҡурсаҡтар өсөн кейемдәәр теккән һәм бәйләгән. Артабан хоббиһы һөнәргә тиклем үҫкән. Ул урындағы училищела етештереү мастеры булып эшләгән. Тик ваҡыт үтеү менән һөнәрен үҙгәртергә тура килә һәм йәнә ижады хоббиға әйләнә. 2022 йылдың февралендә барыһы ла үҙгәрә, ул эске кейем магазины асырға ҡарар итә. Эшҡыуарға тегеү цехы асырға кәрәк була, сөнки ул һәр клиентҡа шәхсән ҡараш тыуҙырып, буй-һыны буйынса кейем тегергә теләй. Шулай итеп мини-тегеү цехы барлыҡҡа килә, унда Рәмилә Әхийәнова ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ебәктән матур кейем тегә, шулай уҡ әҙер әйберҙе ремонтлап бирә. Ул төнгө сорочкалар, пеньюарҙар, ҡатын-ҡыҙҙың эске кейемен тегә, уларҙың һәр береһе матур итеп ҡапҡа һалына һәм этикеткалар ҡуйыла. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә Сибай ҡалаһы хакимиәте эшҡыуарға финанс ярҙамы күрһәтә, был уға туҡымалар алырға ярҙам итә. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды. Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте.