Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы объекттың файҙаһы ҙур

Ошо көндәрҙә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында “РусЭкоГрупп-Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән Өфө ҡалаһы янында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм урынлаштырыу объекттарын эксплуатациялау буйынса концессия килешеүенә ҡул ҡуйылды. Йылына 400 мең тонна ҡеүәтле проектты тормошҡа ашырыу 2025 йылда түбәндәге объекттарҙы булдырыуҙы күҙ уңында тота: ТКО полигоны, сүп-сарҙы сортҡа бүлеүсе комплекс, ҡаты яғыулыҡ һәм биокомпостлау участкаһы. Яңы объектты төҙөү Түбәнге Черкассы ауылында булған полигонды алмаштырыу мөмкинлеге бирәсәк. Әлеге ваҡытта проектсылар буласаҡ объект өсөн яраҡлы урын эҙләү менән була. Был объектты булдырыу 1-се төбәк операторы эш иткән биләмәлә ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар менән өҙлөкһөҙ эш итеүҙе тәьмин итәсәк һәм ил Президенты Владимир Путиндың Указы менән билдәләнгән һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итәсәк. Ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү объектын проектлау һәм төҙөү республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һә

Ошо көндәрҙә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында “РусЭкоГрупп-Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән Өфө ҡалаһы янында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм урынлаштырыу объекттарын эксплуатациялау буйынса концессия килешеүенә ҡул ҡуйылды. Йылына 400 мең тонна ҡеүәтле проектты тормошҡа ашырыу 2025 йылда түбәндәге объекттарҙы булдырыуҙы күҙ уңында тота: ТКО полигоны, сүп-сарҙы сортҡа бүлеүсе комплекс, ҡаты яғыулыҡ һәм биокомпостлау участкаһы. Яңы объектты төҙөү Түбәнге Черкассы ауылында булған полигонды алмаштырыу мөмкинлеге бирәсәк. Әлеге ваҡытта проектсылар буласаҡ объект өсөн яраҡлы урын эҙләү менән була. Был объектты булдырыу 1-се төбәк операторы эш иткән биләмәлә ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар менән өҙлөкһөҙ эш итеүҙе тәьмин итәсәк һәм ил Президенты Владимир Путиндың Указы менән билдәләнгән һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итәсәк. Ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү объектын проектлау һәм төҙөү республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм “Рәсәй экологик операторы” контроле аҫтында башҡарыласаҡ. Уны 2026 йылдың 1 ғинуарына тиклем файҙаланыуға тапшырасаҡтар. Ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағында инфраструктураны үҫтереү һаҡлауға тип ебәрелгән ҡалдыҡтар һанын кәметеү мөмкинлеге бирә һәм экологияны яҡшыртасаҡ, был үҙ сиратында ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Экология” милли проекты (Национальный проект “Экология”) күрһәткестәренә өлгәшеү мөмкинлеге бирәсәк. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: ufa.mk.ru