Найти тему
Башҡортостан гәзите

Артур тураһында насар хәбәр тараталар

Башҡортостан кешеләре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан талантлы яҡташыбыҙ Артур Хәсәновтың яҙмышы менән даими ҡыҙыҡһынып тора. Ошо арала ватсапта “Кейек ҡаҙ юлдары” йырын башҡарған егетебеҙ һәләк булған икән тигән хәбәр таралды. Әлбиттә, хәбәр күптәрҙе борсоуға һалды. Әммә журналистар тынысландырырға ашыға. Улар егеттең ағаһы менән бәйләнешкә сығып, Артурҙың хәлен белешкән. “Бындай һорау биреп шылтыратыусылар артты. Аллаһҡа шөкөр, ҡустым менән һөйләшеп торабыҙ. Ул: “Барыһы ла һәйбәт” тине. Эйе, әлегә ҡайта, концерттарға бара алмай”, – тигән ул. Кешеләрҙең күңеленә ут һалып ошондай насар хәбәр таратыусыларҙың кем икәнлеген аңлап торабыҙ. Улар бер ҡасан да дөрөҫкә ашмаһын, бар егеттәр ҙә иҫән-һау килеш тыуған яҡтарына тиҙерәк ҡайтһын ине. Фото: "Бәйләнештә".