Бөгөн, 11 июндә Дәүләкән районында фажиғәле хәл теркәлде. Унда ток һуғыуҙан 14 йәшлек ҡыҙ бала һәләк булған. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Бәлә Дәүләкән ҡалаһында кискә ҡарай була. Бала тимер юлдары янында йөрөй. Ул ниндәйҙер сәбәп менән электр сымын тотҡан. Токтан һуғылыуҙан һуң 10 минут эсендә уны дауаханаға алып барып еткерәләр. Табиптар ярты сәғәт буйы баланың ғүмере өсөн көрәшә, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы бер нимә лә эшләй алмай. Үҫмер һәләк була. Әлеге ваҡытта урында ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Белгестәр хәлдең сәбәптәрен асыҡлай. Әле балаларҙың йәйге ялы. Был осорҙа уларға ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Ҙурыраҡ балалар менән даими һөйләшергә, ниндәй хәүефтәрҙең булыу ихтималлығы тураһында аңлатырға кәрәк. Йәйҙәр имен үтһен. Фото: news.myseldon.com