Социаль селтәрҙә Әбйәлил районының Ҡыҙыл йылғаһында - Әбдрәш менән Сиҙым ауылы араһында үлгән балыҡтар төшөрөлгән видеояҙма тарала. Уны йылғаға һыу төшөргә барған егет был күренешкә шаҡ ҡатып, төшөрөп һалған. - Бөгөн, 10 июнь, йылғаға һыу инергә килгәйнем, ошо күренешкә шаһит булдым. Балыҡтар күпләп һәләк булған. Кемгә мөрәжәғәт итергә? Бәлки, экологтар экспертиза эшләр. Тәрәнгә барған һайын үле балыҡтар күбәйә бара, - ти Әбйәлил егете. Был хәлдән район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов та ситтә ҡалманы. Ул проблеманы өйрәнеүгә экологтарҙы һәм башҡа күҙәтеү органдарын йәлеп итеүҙәрен хәбәр итте. «Ағымдағы хәл тураһында хәбәр итербеҙ», - тип яҙҙы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә. Фото: "Бәйләнештә"