Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Арыныҡ", тип тормайҙар...

Райондың ветеринария станцияһы коллективы, ҡыш көндәренән алып, маскировка селтәрҙәрен үреү менән шөғөлләнә. Коллектив ағзаларының күбеһе армияла хеҙмәт иткән, шуға күрә маскировка селтәренең яугирҙәрҙең ғүмерен һәм ҡиммәтле техниканы һаҡлаусы бик кәрәкле әйбер икәнлеген яҡшы белә. Мәҫәлән, Салауат Насиров – ветеринария станцияһының профсоюз комитеты рәйесе, 26 йыл хеҙмәт стажы булған ветврач Приморье крайында реактив артиллерия командиры булып хеҙмәт иткән. Хеҙмәттәштәрен маскировка селтәрҙәре үреүгә ойошторған. Йәүҙәт Ғүмәров Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң танк дивизияһындағы элемтә взводында водитель булып хеҙмәт итә. Рөстәм Рысаев 104-се Һауа-десант дивизияһында БТР водитель - механигы булған. Шулай уҡ Илфат Дәүләтшин, Марсель Заһиҙуллин, Илдар Шәрәфетдинов, Рәзиф Ҡасимов, Айҙар Садиҡов, Руфат Дәүләтшин, Камил Исхаҡов, Фаил Рәжәпов, Алексей Сидоров йөрәк ҡушыуы буйынса станоктар артына баҫҡан. Улар көсөргәнешле эш көнөнән һуң йыйылып, селтәр үреүгә тотона. Егеттәрҙең сабырлыҡ менән үреү техникаһын өйрәнеүе, ярҙам итергә әҙер тороуы һоҡланыу тойғоһо тыуҙыра. “Халыҡ селтәре” проекты ирекмәне Рәйсә Мусина фотолары.