Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ағиҙел"дә балаларға рәхәт!

Тәбиғәттең хозур ҡосағында урынлашҡан "Ағиҙел" ял һәм һауыҡтырыу лагерында беренсе сменала бөтәһе 90 бала ял итә. Лагерь "Йәйләү" программаһы буйынса эшләй. шуға күрә халҡыбыҙҙың йолаларына, йыр-моңдарына, онотола барған кәсептәренә иғтибар ҙур. Ошо көндәрҙә балаларҙы уҡ атыу серҙәренә районда ғына түгел, республика, ил кимәлендәге ярыштарҙа призлы урындар яулаған уғатар Сынбулат Юлбирҙин өйрәткән, теләүселәр рәхәтләнеп уҡ атҡан, үҙҙәрен һынап ҡараған. Бер һүҙ менән әйткәндә, лагерҙа ял итеүселәрҙең көндәре бик файҙалы һәм матур үтә, балалар үҙҙәрен бар яҡлап аса, яңы дуҫтар таба, төрлө һөнәрҙәргә өйрәнә. Фото: Сәйҙә Сәйәхова.