Бөгөн Ейәнсура районына эш сәфәре барышында республика Башлығы район дауаханаһында булды. Унда Радий Хәбиров стационарҙы ҡарап, яңырыу талап ителгәнен билдәләне. Дауахана 1971 йылда төҙөлгән булған һәм 85 урынға иҫәпләнгән. Баш табип Владислав Ваһапов белдереүенсә, тәү сиратта тәҙрәләрҙе алыштырырға кәрәк, сөнки дауаханала һауа температураһын тотоуы бик ауыр. Бынан тыш электр сымдарын яңыртырға ла кәрәк, тине ул. Етешһеҙлектәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң Радий Фәрит улы тейешле ведомстволарға дауахананы яңыртыу буйынса план төҙөргә ҡушты. – Стационарҙы тәртипкә килтерергә кәрәк! Финанслау буласаҡ, быйыл уҡ эштәр башланырға тейеш, - тип белдерҙе республика етәксеһе. Был көндө Башҡортостан Башлығы йәш белгестәр менән дә осрашты. Унда ауылға килгән йәш табиптарға шарттар булдырыу хаҡында һүҙ барҙы.